МЕЖГОРЬЕ, БР‑ҙағы ҡала, ябыҡ адм.‑терр. берәмек. Өфөнән көньяҡ‑көнсығышҡа 230 км һәм Юшат. юл ст. төньяҡҡа табан 35,7 км алыҫлыҡта Кесе Инйәр й. буйында, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы сиктәрендә урынлашҡан. Майҙаны — 940 км2. Халҡы (мең кеше): 1989 й. — 1,0; 2002 — 19,1; 2010 — 17,3. Милли составы: урыҫтар — 51,6%, башҡорттар — 24,0; татарҙар — 6,9%. Халыҡтың күпселеге төҙөлөш м‑н шөғөлләнә. Ҡалала “30‑сы төҙөлөш идаралығы” ФДУП‑ы һ.б. эшләй. М. аша ҡала м‑н Өфө—Белорет автомобиль юлын тоташтырған Юша— Межгорье автоюлы үтә. Ҡалала 3 урта дөйөм белем биреү мәктәбе, 5 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 2 балалар сәнғәт мәктәбе, Мәктәптән тыш эш үҙәге, ДЮСШ; ҡала дауаханаһы, амбулатория; “Кристалл” ҡала мәҙәниәт һарайы һәм “Төҙөүсе” мәҙәниәт йорто, 1 китапхана, стадион, ябыҡ боҙ корты булған спорт комплексы, сиркәү, мәсет бар. 10 халыҡ һәм 10 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Наше время Межгорье” гәз. сыға. 1979 й. Көҙйылға а. эргәһендә Солнечный эшселәр ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына, ш. уҡ Белорет‑15, Белорет‑16 исемдәре м‑н билдәле. 1995 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Ҡала эсенә Көҙйылға һәм Татлы аа. инә. 

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

Карта: Межгорье

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.