МАЯҠТАУ, А ҫ ы л т а ш, тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2003). Күгәрсен р‑ны 1‑се Дәүләтҡол а. көнсығышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Абс. бейеклеге 523,8 м. Әртә ярусы тоҡомдарынан (конгломерат, эзбизташ һ.б.) тора. Ландшафы ташлы һәм болонло далаларҙан, һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан (имән, йүкә, йыла һ.б.) ғибәрәт. Эндемиктар (Гмелин ҡыйыҡтажы) һәм үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына ингән һирәк төрҙәре (Гельм астрагалы, йәшел ҡыуыш тажъяпраҡ, көмөш тәңкәғуҙаҡ, Литвинов торна борсағы, Разумовский тәңкәғуҙағы, рус сыбар сәскәһе, һылыу ҡылған һ.б.) осрай. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында берҙән‑бер май ынйы сәскәһе үҫкән урын. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына ингән аполлон, махаон, подалирий йәшәй. 

Ә.А.Мулдашев

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.