АНДРЕЕВ Игорь Владимирович (28.9.1956, Мәскәү), спортсы. Хәҙерге бишбәйге б‑са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983). ӨНИ‑не тамамлаған (1978). “Динамо” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары — В.А.Абрамов, В.С.Голиванов, Г.Г.Ефимов). СССР йыйылма командаһы составында Европа Кубогы эйәһе һәм шәхси зачётта көмөш призёры (1983). Шәхси зачётта СССР чемпионатының бронза призёры һәм команда зачётында СССР чемп. (1982). СССР һәм РСФСР йыйылма командаһы ағзаһы (1980—84).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке