МАШИНА‑ТРАКТОР СТАНЦИЯҺЫ, колхоздарға техник һәм ойоштороу яғынан ярҙам күрһәтеү өсөн булдырылған, машиналар м‑н йыһазландырылған дәүләт а.х. предприятиеһы. МТС‑та а.х. производствоһының төп саралары (комбайн, трактор һәм башҡа а.х. машиналары) тупланған булған. МТС‑тар к‑здарҙы хеҙмәтләндереүҙе килешеү аша тормошҡа ашырған. Башҡортостанда тәүге МТС 1930 й. Дәүләкән р‑нында төҙөлгән, 1931 й. яҙына уларҙың һаны 15‑кә еткән. Улар колхоздарҙың үҫешендә, ауыл хужалығының матди‑техник базаһын нығытыуҙа, етештереү процестарын механизациялауҙа әһәмиәтле роль уйнай (ҡара: Ауыл хужалығын механизациялау). Төп етештереү берәмеге булып үҫемлекселектә күп хеҙмәт талап иткән эштәрҙе (тырматыу, һөрөү, уңышты урып‑йыйыу һ.б.) башҡарған трактор бригадаһы торған. МТС‑тар колхоздарға етештереү‑финанс пландарын төҙөүҙә, хеҙмәтте ойоштороуҙа һәм килемдәрҙе бүлеүҙә, кадрҙар әҙерләүҙә һ.б. ярҙам иткән; хужалыҡтарҙан уңыштың билдәле бер өлөшөн алған (тауарлата түләү): 1933 й. — 2286, 1935 — 8042, 1938 — 19456 мең бот тәшкил иткән. Колхоздар ойоштороу‑хужалыҡ итеү йәһәтенән нығынғас, уларҙы МТС‑тар аша производство‑техник хеҙмәтләндереү формаһы а.х. етештереү көстәренең үҫеш ихтыяждарына тап килмәй башлай. 1958 й. МТС‑тар РТС итеп үҙгәртелә. 90‑сы йй. аҙ. машина‑технология станциялары формаһында МТС‑тарҙы тергеҙеү башлана.

Р.Әәүләтшин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке