МАШАҠ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. БР‑ҙың Белорет р‑ны һәм Силәбе өлк. буйлап Оло Мәргән й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы; Силәбе өлк.) алып Ямантау киңлегенә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 36 км, киңлеге яҡынса 1,5—7 км, абс. бейеклеге 1383 м (Мөйөш Машаҡ тауы). Бейеклектәре 1000 м ашыу булған 10 түбәһе бар (Кәбиә, Айыулы, Харитонов, Широкая һ.б. тауҙар). Көньяҡ‑көнсығыш битләүҙәре текә, көнбайышы — һөҙәк; түбәләргә курумдар, таш ҡаласыҡтар хас. Урта рифейҙың егәлгә свитаһының кварцлы ҡомташтарынан, алевролиттарынан, балсыҡлы һәүерташтарынан һәм машаҡ свитаһының конгломераттарынан, ҡомташтарынан, балсыҡлы‑углеродлы һәүерташтарынан, вулканиттарынан тора. М. Кесе һәм Оло Ҡытау йй. (Йүрүҙән й. басс.), Кесе Инйәр й. ҡушылдыҡтары, көньяҡ‑көнсығыш итәгенән — Йүрүҙән й., көнбайыштан — Бәләкәй Ҡаҙауҙы й. (Кесе Инйәр й. ҡушылдығы) башлана. Тау араларындағы уйпатлыҡтар урыны м‑н һаҙға әйләнгән (Йүрүҙән, Ҡуянтау һаҙлыҡтары). Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: шыршы һәм аҡ шыршы урмандары тау‑тундра һәм көрән тау‑урман тупраҡтарындағы бейек үләндәр үҫкән болонло һирәк урмандар, тау тундралары м‑н алмашына. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы терр‑яһында урынлашҡан. 

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.