МАХСУС ҺАҠЛАНЫУСЫ ТӘБИҒӘТ БИЛӘМӘЛӘРЕ, тәбиғәт һаҡлау, фәнни, мәҙәни, эстетик, рекреацион һәм һауыҡтырыу әһәмиәте булған тәбиғәт комплекстары һәм объекттары урынлашҡан ер, һыу өҫтө һәм һауа киңлеге участкалары; дәүләт власы органдары тарафынан махсус һаҡлау режимы ҡуйыла, хужалыҡта ҡулланыу тулыһынса йәки өлөшләтә тыйыла. М.һ.т.б. уникаль һәм эталон тәбиғәт комплекстарын һәм объекттарын, үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен һәм хайуандарҙың һирәк төрҙәрен, уларҙың генофондын һаҡлау, биосфералағы тәбиғи процестарҙы өйрәнеү, экологик мониторинг һ.б. маҡсатында төҙөлә. Биләмәләрҙе төҙөү, ойоштороу, эшләү өлкәһендәге мөнәсәбәттәр РФ һәм БР закондарына ярашлы көйләнә. М.һ.т.б. насар антропоген йоғонтонан һаҡлау өсөн уларға тоташҡан терр‑яларҙа сикле хужалыҡ эшмәкәрлеге (ресурстарҙы һаҡлаусы тәбиғәтте файҙаланыуға йүнәлтелгән) режимы булған һаҡлау зоналары, коридорҙары һәм округтары ойошторола; биләмәләр федераль, төбәк йәки урындағы әһәмиәткә эйә булырға мөмкин. М.һ.т.б. категорияларға бүленә: дәүләт тәбиғи ҡурсаулыҡтары, милли парктар, тәбиғи парктар, дәүләт тәбиғи заказниктары, тәбиғәтҡомартҡылары, дендрологик парктар һәм ботаника баҡсалары, дауалау‑һауыҡтырыу урындары һәм курорттары, торама пункттарҙың йәшел (һаҡлана торған) зоналары, йылға һәм башҡа һыу ятҡылыҡтарының һыу һаҡлау зоналары.

БР‑ҙа М.һ.т.б. системаһына (дөйөм майҙаны 606802,8 га йәки респ. терр‑яһының 4,3%‑ы) 1 биосфера резерваты (“Башҡортостан Уралы”), 3 ҡурсаулыҡ (Башҡорт ҡурсаулығы, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы, Шүлгәнташ ҡурсаулығы), 1 милли парк (Башҡортостан милли паркы), 4 тәбиғи парк (Асылыкүл тәбиғи паркы, Ирәмәл тәбиғи паркы, Ҡандракүл тәбиғи паркы, Мораҙым тарлауығы), 27 заказник (“Алтын Солоҡ”, Уралтау заказнигы, Шөңгәккүл заказнигы һ.б.), 182 тәбиғәт ҡомартҡыһы (Атыш, Олимпия мәмерйәһе, Ямантау тауы һ.б.), Ботаника баҡса‑институты, дауалау‑һауыҡтырыу урындары һәм курорттары (“Йоматау”, “Йәшел сауҡалыҡ”, “Ҡарағай” шифаханаларын һәм “Красноусол”, “Яҡтыкүл”, “Янғантау” һ.б. курорттарҙы тау‑санитария һаҡлау округтары) инә. Биләмәләр өсөн яҡынса 192,4 мең га планлаштырылған (“Ағиҙел”, “Ҡырҡты” һ.б.). Һаҡлау һәм ҡулланыу режимының үтәлеүен БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының БР М.һ.т.б. б‑са дирекцияһы тикшерә. Биләмәләр системаһын төҙөү, биол. төрлөлөктө, тәбиғәт комплекстарының геоэкологик шарттарын өйрәнеү б‑са фәнни эштәр Биология институтында (В.Б.Мартыненко, Б.М.Миркин, А.Ә.Мулдашев һ.б.), Башҡорт дәүләт университетында (Ә.М.Гәрәев, А.Р.Ишбирҙин, А.Ф.Ниғмәтуллин, И.М.Япаров һ.б.), Геология институтында (Р.Ф.Абдрахманов һ.б.), Йәшәйеш хәүефһеҙлеге институтында (Л.Н.Белан, Е.А.Богдан, А.М.Волков, Э.П.Позднякова, Ш.З.Сәғитов һ.б.) алып барыла. “Башҡортостан Республикаһының махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре реестры” (“Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан”; 2006, 2010, 2016) нәшер ителгән. 2017 й. Экология һәм махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителә.

З.З.Шәйҙуллина

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.