“МАТРАЙ”, МУАХП. Хәйбулла р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Өфө ауылы. “М.” 5 бүлегендә 6 баҫыусылыҡ бригадаһы, йәш һыйыр малын үҫтереү б‑са 5 ферма, 4 һөт‑тауар һәм 1 сусҡасылыҡ фермаһы, тирмән, икмәкхана, макарон, төҙөлөш цехтары һ.б. бар. 2009 й. 455 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 36624 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 16958 га. Иген культураларының уңдырышлылығы 6,3 ц/га; 6948 т иген етештерелгән (2009 й. ҡоролоҡҡа бәйле). Һыйыр малы һаны — 3943 (1346 һыйыр), сусҡа — 708, йылҡы — 388; етештереү (т): һөт — 4010, ит — 411. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1955 й. “М.” с‑зы булараҡ ойошторола, 2001 й. хәҙ. статусын ала. Хужалыҡ Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1971). “М.” м‑н Б.И.Петров, А.М.Фәйзуллин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке