МАТРАЙ РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың көньяғында урынлашҡан, төньяҡта — Баймаҡ р‑ны, көнсығышта — Чкалов өлк. (хәҙ. Ырымбур өлк.), көньяҡта — Хәйбулла, көнбайышта Йылайыр р‑ндары м‑н сиктәш булған. 1937 й. 20 мартында Хәйбулла р‑нын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторолған (ҡара: Административ район). 1956 й. 4 июлендә бөтөрөлгән, терр‑яһы Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла р‑ндары составына индерелгән. Майҙаны 2000 км2. Район үҙәге — Юлдыбай а. (1938 й. тиклем — Матрай а.). Районда 8 ауыл советы, 56 ауыл торама пункты булған. Халҡы — 12,9 мең кеше (1956), башҡорттар күпселекте тәшкил иткән. Иҡт. нигеҙен һөт‑ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә, һарыҡсылыҡҡа, иген культуралары һәм мал аҙығы культуралары, көнбағыш, етен, киндер үҫтереүгә махсуслашҡан а.х. тәшкил иткән. 15 колхоз, 2 совхоз, 2 МТС, урындағы сәнәғәт район комб‑ты, 49 дөйөм белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. 2 урта мәктәп, балалар йорто, 4 дауахана, 11 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт һарайы, 14 клуб учреждениеһы, 10 китапхана булған. “Коммунизм өсөн” гәз. сыҡҡан.

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.