МАССАЛИМОВ Исмаил Александрович (20.5.1952, Үзбәк ССР‑ы Я.М. Свердлов ис. к‑з а.), инженер- физик. Техник ф. д‑ры (2009). Ташкент политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) 1979 й. тиклем Үзбәк ССР‑ы ФА‑ның Электроника ин‑тында эшләй (Ташкент), 1983 й. алып МДУ‑ла, 1987 й. — Химия ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре (Ташкент). 1995 й. “Реактив” Дәүләт инженерлыҡ үҙәгендә, 1996 й. – Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар ҒТИ‑нда (2001 й. алып лаб. мөдире), 2007 й. — ӨДНТУ‑ла төп ғилми хеҙм‑р, 2008 й. — Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тында лаб. мөдире (бөтәһе лә — Өфө). 2012 й. алып БДУ‑ла органик булмаған химия каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге механохимия, полисульфидтар химияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. М. ҡатнашлығында һыуҙа эреүсән көкөрт нигеҙендә төҙөлөш материалдары гидрофобизаторының препаратив формаһы уйлап табыла, бетон изделиеларға һеңдереү өсөн уның төрлө композицияларын сәнәғәт күләмендә етештереү ойошторола. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Влияние механической обработки на структуру и свойства хлорида натрия //Неорганические материалы. 2003. Т.39. №11; Изменение структурных характеристик неорганических материалов с различным типом химической связи в процессе механической обработки //Шунда уҡ. 2007. Т.43. №12. 

 Ю.А.Сангалов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.