МАСЛОВ Михаил Дмитриевич (10.8. 1911, Бәләбәй ҡ. — 14.1.1973, Өфө), географ. Геогр. ф. канд. (1953). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1954). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1932). 1939 й. алып БДУ‑ла эшләй: 1950 й. тиклем дир. урынбаҫары, 1953—69 йй. иҡт. география каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре халыҡ географияһына, иҡтисади районлаштырыу, Өфө ҡала агломерацияһы үҫеше, ауылдар урынлашыуы проблемаларына бәйле. М. тарафынан БАССР‑ҙың транспорт‑иҡт. райондары айырыла. Дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн Башҡортостан географияһы б‑са дәреслектәр авторы. 1‑се (1944, 1945) һәм 2‑се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: О транспортно‑экономическом районировании Башкирской АССР //Материалы шестого всеуральского совещания по вопросам географии и охраны природы. Экономико‑географическое районирование. Уфа, 1962 (авторҙ.); География Башкирии: учеб. пособие для 8 кл. Уфа, 1963 (авторҙ.); Родная Башкирия. Уфа, 1965 (авторҙ.). 

 

М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.