АЛАҠАЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Скворчиха а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 30 км һәм Салауат т. юл ст. Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 330 кеше; 1920 — 285; 1939 — 193; 1959 — 236; 1989 — 113; 2002 — 146 ; 2010 — 119 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Кинйәкәй урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1761 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Юлдашбай Алаҡаев билдәле. 1795 й. 44 йортта 276 кеше йәшәгән, 1865 й. 49 йортта — 192 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ, сана, арба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке