МАСЛОВ Виктор Алексеевич (21.9. 1926, Воронеж өлк. Ясная Поляна а. — 28.9.2015, Өфө), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1984). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1987). А.В.Масловтың атаһы. Воронеж ун‑тын тамамлағандан һуң (1952) Геология ин‑тында эшләй: 1964 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1972—2000 йй. лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1978—88 йй. дир. урынбаҫары, 2000 й. алып баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге Көньяҡ Урал палеозойының стратиграфияһын өйрәнеүгә бәйле. М. етәкс. конодонт фаунаһы тикшерелә, уның нигеҙендә Башҡортостандың Урал аръяғының мәғдәнле девон ултырмалары стратиграфияһының ентекле схемаһы эшләнә. 185‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Девон восточного склона Южного Урала. М., 1980; Стратиграфия палеозойских образований Учалинского района Башкирии. Уфа, 2000 (авторҙ.); Стратиграфия и корреляция девонских отложений Сибай‑Баймакского района Башкирии. Уфа, 2002 (авторҙ.); Стратиграфия и корреляция девонских отложений Магнитогорской мегазоны Южного Урала. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Әҙәб.: Маслов Виктор Алексеевич //Науки о Земле. Институты, проблемы, люди. Екатеринбург, 1999. 

 Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.