МАСЛОВ Андрей Викторович (25.5. 1957, Воронеж ҡ.), инженер‑геолог. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2006). Геол.- минералогия ф. д‑ры (1998). В.А. Масловтың улы. Воронеж ун‑тын тамамлағандан һуң (1979) Геология ин‑тында (Өфө) эшләй. 1989 й. алып РФА Урал бүлексәһенең Геология һәм геохимия ин‑тында (Екатеринбург ҡ.): өлкән ғилми хеҙм‑р, 1998 й. башлап лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1998— 2008 йй. фән б‑са дир. урынбаҫары һәм 2003 й. алып Урал тау ун‑тында уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре өҫкө кембрий алды комплекстарының палеогеографияһы, литологияһы мәсьәләләренә арналған. М. тарафынан терриген һәм карбонат ултырмаларына классификация эшләнә һәм уларҙың фациялары тасуирлана, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүе рифейының седиментация бассейндары өйрәнелә, литология‑фация комплекстарын латераль бүлеү схемалары төҙөлә. 750‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Литология верхнерифейских отложений Башкирского мегантиклинория. М., 1988; Литогеохимия терригенных пород верхнего докембрия Волго‑Уральской области. Екатеринбург, 2012.

Әҙәб.: По следам первых обитателей Земли //Наука Урала. 2006. №26—27. 

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке