МАРТЕМЬЯНОВ Владимир Семёнович (9.9.1937, Топки ҡ. — 23.2. 2012, Зеленоград ҡ.), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1987), проф. (1989). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) СССР ФА‑ның Химик физик ин‑ты филиалында (Мәскәү өлк. Черноголовка ҡасабаһы) эшләй. 1971 й. алып БДУ‑ла: химик кинетика, 1979—90 йй. физик химия һәм химик кинетика каф. мөдире. 1991 й. башлап Микромагнитоника ин‑тының (Мәскәү) фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 1994 й. — Айырыуса таҙа материалдар ҒТИ‑нда төп ғилми хеҙм‑р һәм баш инженер, 1998 й. — “Ангстрем” ААЙ‑нда (икеһе лә — Зеленоград) лаб. мөдире һәм 2002 й. алып баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге кислород ингән полифункциональ органик берләшмәләрҙең радикал‑сылбырлы, ш. иҫ. ингибирланған, окисланыуының кинетик законлыҡтарын һәм механизмын тикшереүгә, интеграль микросхемалар етештереү өсөн айырыуса таҙа реагенттарҙы табыуға арналған. М. тарафынан 220°С тиклемге т‑раларҙа ҡатмарлы эфир берләшмәләренең окисланыу реакциялары механизмының үҙенсәлектәре асылған, нефтехимия синтезы продукттарының, ш. иҫ. синтетик ҡатмарлы эфир майҙарының, окисланыуға ҡаршы стабилләштереү ысулдары уйлап табылған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 14 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Специфика начальных стадий окисления сложных эфиров //Доклады Академии наук СССР. 1984. Т.276. №6 (авторҙ.); Интермедиаты, определяющие специфику окисления сложных эфиров //Нефтехимия. 1986. Т.26. №6.

А.Я.Герчиков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.