МАРГАНЕЦ (Manganum), Mn, Д.И.Менделеев периодик системаһының VII төркөм химик элементы. Тотороҡло изотобы бар. Ирекле хәлдә осрамай, марганец мәғдәндәре составына инә. М. ер ҡабығындағы торошо масса б‑са 0,1% тәшкил итә, океан һыуҙарында — 2,1—7,0%. Көмөштәй аҡ, тығыҙлығы 7440 кг/м3, tиреү 1245°С, tҡайнау 2150°С, антифeрромагнитлы, юғары т‑раларҙа парамагнитлы металл, Роквелл шкалаһы б‑са ҡатылығы а — 70, g — 20. Һауала еңел окислана, 800°С юғарыраҡ т‑рала көйөк барлыҡҡа килтерә. Водородты ҡаты эретмәләр барлыҡҡа килтереп йота, ҡайнар көкөрт к‑таһы, шыйығайтылған тоҙ һәм азот к‑талары, галогендар, йылытҡанда — көкөрт, азот, фосфор, углерод һ.б. м‑н бәйләнешкә инә. Ортомарганцоватистик (манганаттар) һәм марганцоватистик (перманганаттар) к‑таларҙың тоҙҙары билдәле. М. етешмәүе үҫемлектәрҙең (некроздар, хлороздар, ҡыяҡлыларҙың тапланыуы һ.б.) һәм хайуандарҙың (анемия, лактацион тетания һ.б.) ауырыуына килтерә. Кеше организмында (тәүлек дозаһы яҡынса 4 мг) паренхиматоз ағзаларҙа (бауыр, талаҡ), һөйәктәрҙә һәм мускулдарҙа туплана. М. берләшмәләре ағыулы, үҙәк нервы системаһын ҡаҡшата, ПДК 0,3 мг/м3. М. мәғдәнле концентраттарҙы карбо‑ (тимер һәм марганец мәғдәндәрен бергә иретеп; ферро‑М.), силико‑ йәки алюминотермик ысул м‑н ҡайтарып, М. сульфатының һыуҙағы эретмәһен электролизлап алына. Металл таҙартыу вакуумда дистиллирлап, аргон атмосфераһында иретеп үткәрелә. Етештерелгән М. 90%‑тан күберәге металлургияла ҡоросто әсетеү, десульфурация һәм легирлау өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ һаҡлағыс ҡаплауҙар эшләү, катализаторҙар сифатында, берләшмәләре — гальваник элементтар, быяла, керамика, буяу, полиграфия сәнәғәтендә, медицинала, а.х. (ҡара: Микроашламалар) һ.б., иретмәләре — радиотехник ҡоролмалар, турбина көрәксәләре, пропеллерҙар һ.б. эшләүҙә файҙаланыла. Башҡортостанда 19—20 бб. уртаһында Күсем руднигында, Ураҙ руднигында М. ятҡылыҡтары эшкәртелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында респ. ятҡылыҡтарынан М. Магнитогорск металлургия комб‑тына ебәрелеп тора. Шулай уҡ Оло Теләк ятҡылығында марганецлы эзбизташтың перспективалы запастары бар.

Н.В.Давиденко

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Текст на русском языке