МАРГАНЕЦ МӘҒДӘНДӘРЕ, сәнәғәт өсөн металл сығарыуға яраҡлы миҡдарҙа һәм берләшмәләрҙә марганец булған тәбиғи минераль ҡатламдар. Ултырма, вулканоген‑ултырма һәм гиперген (окисланыу зоналарында) генезислы була. Төп мәғдән минералдары: пиролюзит, браунит, гаусманит, манганит, вернадит, псиломелан, родонит, родохрозит, манганокальцит. Зарарлы ҡушылмалары: көкөрт һәм фосфор, ш. уҡ шлакка әйләнеүсе компоненттары — кремнезём, глинозём һ.б. Минераль һәм химик составы б‑са оксидлы (браунит‑гаусманитлы, псиломелан‑пиролюзитлы, кварц‑пиролюзитлы, вернадитлы), карбонатлы (карбонаттың үҙе, карбонат‑силикатлы, марганецлы эзбизташтар), силикатлы һәм ҡатнаш М.м. айырыла. Иң кәрәклеләре — оксид мәғдәндәре. М.м. — РФ‑та ҡырҡа дефицит сеймал. Ҡара металлургияла, химия сәнәғәтендә ҡулланыла. Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендә М.м. ятҡылыҡтары Ейәнсура—Күгәрсен (Ейәнсура, Шығырыш) һәм Оло Теләк марганец мәғдәндәре р‑ндарына инә. Байтаҡ запастары һәм марганецтың табылыуы күҙалланған ресурстары булған Иглин р‑нындағы Оло Теләк мәғдән узелы (флюс сифатында ҡулланыуға яраҡлы марганецлы эзбизташтар) ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Магнитогорск мегасинклинорийының көнбайыш битләүенә гиперген сығышлы Ҡорама, Ураҙ, Ташҡаҙған һ.б. (Учалы р‑ны); Күсем, Ниязғол һ.б. (Әбйәлил р‑ны); Иҫән, Күлтабан, Төньяҡ һәм Көньяҡ Фәйзулла һ.б. (Баймаҡ р‑ны) М.м. ятҡылыҡтары тура килә. Мәғдәндәре ярлы (марганец миҡдары яҡынса 20%), 19 б. аҙ. һәм 20 б. 1‑се ярт. үҙләштерелә. Йылайыр синклинорийында Йылайыр сығанағы билдәле. Шулай уҡ ҡара: Күсем руднигы.

П.Г.Бердников

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке