МАНШЫР НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ,  респ. төньяҡ‑көнбайышында Дүртөйлө  һәм Илеш р‑ндары терр‑яһында  урынлашҡан. Бөрө биләненең  Саҡмағош  валында контраст антиклиналь  структураға тура килә. Оҙонлоғо  30 км, киңлеге 10 км. Ятыштары  структуралы, көмбәҙле. Девон,  тула һәм бобрик горизонттарының  терриген ҡатлауҙары ҡомташтарында,  турней ярусы, урта карбондың  кашира горизонты карбонаттарында  нефть бар. Төп запастары  (96%)  аҫҡы карбон терриген ҡатлауҙарының  (ҡалынлығы 15 м тиклем) 6 ҡатламына  тура килә. Нефте ауыр  (тығыҙлығы 0,891 г/см3), ҡуйы  (18 МПа•с), уның газ факторы  20 м3/м3. 1953 й. асыла, 1957 й.  файҙаланыуға тапшырыла. «“Башнефть”  АНК» ААЙ “Башнефть—  Добыча” ЯСЙ‑ның “Чекмагушнефть”  НГДУ‑һы үҙләштерә. 535‑тән ашыу  скважина бырауланған. Үҙләштереү  башланғандан алып 66,4 млн т ашыу  нефть сығарылған.  

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.