МАННАПОВ Әлфир Ғабдулла улы (24.2.1954, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Боғаҙы а.), зооинженер. Биол. ф. д‑ры (1999), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. бе‑ лем биреү хеҙм‑ре (2013). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) 1981 й. тиклем һәм 1986—2006 йй. шунда уҡ (1991—96 йй. һәм 2000 й. алып умартасылыҡ һәм зоология каф. мө‑ дире), 1981—85 йй. Ҡазан ветери‑ нария ин‑тында эшләй. 2006 й. баш‑ лап Рәсәй аграр ун‑ты — К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. аква‑ культура һәм умартасылыҡ каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге кеше‑ нең, һыйыр малының һәм бал ҡорттарының мускул һәм нервы туҡы‑ маларын гистологик, гистохимик һәм электрон микроскопик ысулдар ҡулланып өйрәнеүгә арналған. М. ҡат‑ нашлығында феромонлы препараттар (апимил, биосил, уфамил һ.б.) һәм бал ҡорттарының йәшәүенә тәьҫир иткән ҡулланыу технологиялары эшләнә. 600‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Феромонная хеморецепция медоносных пчёл: проблемы и решения. Саратов, 2011 (авторҙ.); Технология производства про‑ дукции пчеловодства по законам природного стандарта. М., 2015 (авторҙ.). 

 Тәрж. Г.Р.Бердина

Текст на русском языке