МАЛЬЦЕВ Михаил Васильевич (10.7.1910, Дон ғәскәре өлк. Сельское а. — 19.10.1972, Ырымбур ҡ.), геолог‑нефтсе. Геол.‑минералогия ф. канд. (1966). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1937). 1940—49 йй. “Туймазанефть” тресының геол. бүлеге нач. булып эшләй. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге девон ултырмаларындағы нефть ятыштарын өйрәнеү һәм үҙләштереү м‑н бәйле. Туймазы, Серафимовка, Баулы нефть ятҡылыҡтарын, Ырымбур газ ятҡылығын һ.б. асыуҙа ҡатнашҡан. 20‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. СССР ЮС‑ының 3—4‑се саҡырылыш депутаты. Сталин пр. лауреаты (1946). Ленин (1948), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1960) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: О генезисе туймазинских нефтей //Нефтяное хозяйство. 1946. №11. 

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.