МАЛИНОВКА, тау. Белорет ҡ. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Абс. бейеклеге 1152 м, оҙонлоғо 6 км, киңлеге 1—2 км. Битләүҙәре текә. Рельефында конус формаһындағы 2 ҡаялы түбә айырылып тора; таш ишелмәләре бар. Урта рифейҙың егәлгә свитаһы кварциттарынан ғибәрәт. Ландшафы кәкре ҡайынлыҡтар һәм тау болондары м‑н алмашынған шыршы‑аҡ шыршы урмандарынан тора. 

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.