МАЛИКОВА Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы (18.5.1941, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Нәбиулла а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Нәби а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2003), проф. (2009). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2011). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) Алтай крайындағы Мамонтов дәүләт тоҡомсолоҡ ст., 1969—71 йй. Кемерово өлк. Прокопьевск дәүләт тоҡомсолоҡ ст. баш зоотехнигы. 1974 й. алып Башҡ‑н ғилми‑производство ветеринария лаб., 1980—92 йй. һәм 1994 й. башлап БНИИСХ‑ла (1981— 92 йй. һәм 1994 й. алып өлкән, 2002 й. — төп, 2004 й. — баш ғилми хеҙм‑р). 1992—94 йй. “Суперконцентрат” ассоциацияһында эшләй (Өфө; 1993 й. башлап төп белгес). Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостан хужалыҡтарында ауыл хужалығы малдарын ашатыу мәсьәләләренә арналған. М. ҡатнашлығында төп мал аҙығы төрҙәренең химик составы һәм туҡлыҡлылығы өйрәнелә, аҡһым‑минераль мал аҙығы өҫтәмәләрен һәм тәбиғи цеолиттарҙы ашатыу нормалары һәм ысулдары эшләнә. 215‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Опыт создания высокопродуктивного стада чёрно‑пёстрой породы. Уфа, 1986 (авторҙ.); Химический состав, питательность кормов Республики Башкортостан и пути их рационального использования. Уфа, 2002 (авторҙ.).

 Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.