МАЛАХОВ Александр Александрович (28.2.1906, Архангел губ. Михайловское а. — 12.6.1991, Өфө), тау инженеры. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1960), проф. (1968). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тау ин‑тын тамамлаған (Пшибрам ҡ., Чехословакия Респ., 1935). 1968—78 йй. Геология ин‑тының лаб. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре металлогенияға08 әl, геохимияға, һирәк, һибелмә һәм радиоактив элементтар, бор, хром ятҡылыҡтарын эҙләүгә арналған. Уның тарафынан Урал һәм Урта Азияның колчедан ятҡылыҡтары генезисы өйрәнелә. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Бөтә Союз минералогия йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (1969—78).

Х е ҙ м.: О фациальности и генезисе эклогитов Южного Урала //Минералогия, геохимия, метаморфизм и полезные ископаемые Башкирского Зауралья. Уфа, 1974.

Әҙәб.: М а л а х о в А.А. //Министерство природных ресурсов Российской Федерации, Всероссийский научно‑исследовательский институт экономики минерального сырья и недроиспользования. М., 2002. 

 Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.