МАЛАХИТ (гр. malaјche — мальва), карбонаттар класы минералы, Cu2[CO3](OH)2. Составында 57,4% баҡыр бар. Кристалдары энәле йәки призма формаһында. Агрегаттары: бөрө һымаҡ, онтаҡлы һәм тупраҡлы массалар (“баҡыр йәшеллеге”). Төҫө йәшел, ебәк кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,5—4,0; тығыҙлығы 3900— 4100 кг/м3. Баҡырлы ятҡылыҡтарҙың окисланыу зонаһында барлыҡҡа килә. М. бөрө һымаҡ һарҡым агрегаттары биҙәү ташы сифатында файҙаланыла; тупраҡлы М. — буяу сеймалы; ҡатнаш мәғдәндәрҙә — баҡыр иретеү өсөн ҡулланыла. БР‑ҙа баҡыр колчеданы мәғдәндәре (Учалы баҡыр колчеданы ятҡылығы, Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығы, Балтатау, Баҡырүҙәк һ.б.), баҡырлы ҡомташ ятҡылыҡтарында таралған.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.