МАЛ АҘЫҒЫ ЕТЕШТЕРЕҮ, мал аҙығын етештереү, әҙерләү, эшкәртеү һәм һаҡлау б‑са ойоштороу‑хужалыҡ һәм агротехник саралар комплексы. Баҫыу (һөрөнтө ерҙәрҙә мал аҙығы культуралары сәсеү) һәм болон (ҡара: Болонсолоҡ) М.а.е. айырыла. Барлыҡ мал аҙыҡтарының яҡынса 95%‑ын үҫемлек аҙыҡтары (йәшел мал аҙығы, ҡоро мал аҙығы, һутлы мал аҙығы һ.б.) тәшкил итә. Башҡортостанда мал аҙығы культураларының сәсеүлек майҙаны 1913 й. 16,2 мең га, 1928 — 28,2, 1932 — 105,3, 1937 — 137,5, 1940 — 248, 1960 — 1099, 1970 — 1126, 1975 — 1235, 1980 — 1176, 1985 — 1277, 1990 — 1526, 1995 — 1550, 2000 — 1434, 2005 — 1167, 2010 й. 1033 мең га булған. 2012 й. респ. мал аҙығы культураларының сәсеүлек майҙандары яҡынса 1 млн га тәшкил иткән, ш. иҫ. күп йыллыҡ үләндәр — 619 мең га, бер йыллыҡ үләндәр — 256 мең га, тәбиғи мал аҙығы ерҙәре 3,610 млн га булған, ш. иҫ. сабынлыҡтар — 1,269 млн га, көтөүлектәр — 2,361 млн га. Респ. хужалыҡтарында 1 шартлы баш малға 22,8 мал аҙығы берәмеге — ҡоро һәм һутлы мал аҙығы әҙерләнә. Мал аҙығы ерҙәрен яҡшыртыу өсөн мелиорация эштәре, тупраҡ эрозияһына ҡаршы көрәш һәм башҡа саралар алып барыла. Мал аҙығы ерҙәренең уңдырышлылығын арттырыу өсөн болондарҙы өҫтән һәм тамырҙан яҡшыртыу үткәрелә, культуралы сабынлыҡ һәм көтөүлектәр булдырыла. Ҡуҙаҡлылар м‑н ҡыяҡлыларҙың 3—4 төрөнән һәм сортынан торған үлән ҡатнашмаларын ҡулланыу бигерәк тә һуғарыу осрағында (ҡара: Һуғарыулы игенселек), М.а.е. продуктлылығын күтәрә. Һуғарыулы көтөүлектәр һәм сабынлыҡтар 1 га майҙандан 8—10 меңгә тиклем мал аҙығы берәмеге бирә. Мал аҙығы етештереүҙең һәм эшкәртеүҙең төп процестары механизацияланған (ҡара: Ауыл хужалығын механизациялау). Ҡатнаш аҙыҡ сәнәғәте үҫә, үҙҙәре етештергән иген фуражын ҡатнаш аҙыҡҡа һәм аҙыҡ ҡатнашмаларына эшкәрткән а.х. пр‑тиела- рының һаны арта. Хужалыҡтарҙа бесәнде актив елләтеү һәм преслау; йәшел мал аҙығын яһалма рәүештә киптереү, уны ярмалау һәм брикетлау; консерванттар һәм биологик препараттар файҙаланып, силос һәм сенаж әҙерләү ҡулланыла. Мал аҙығы культураларын өйрәнеү 1934 й. Башҡ‑н малс‑ҡ тәжрибә ст. ойошторолғандан һуң башлана: бажат‑типсәк көтөүлектәренең (К.М.Мусатова), силос культураларының, мал аҙығы тамыраҙыҡтарының һәм ҡауын‑ҡарбуз культураларының (С.С.Умов) уңдырышлылығын арттырыу, һыубаҫар болондарҙы яҡшыртыу (В.А.Михеев) б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. 1956 й. башлап М.а.е. б‑са ғилми‑тикшеренеү эштәре Ауыл хужалығы институтында алып барыла. 50—70‑се йй. һөрөнтө ерҙәрҙә күп йыллыҡ үләндәр (Михеев), кукуруз һәм башҡа силос культуралары (И.Ғ.Ғибәҙуллин, Л.К.Ишмөхәмәтов, Э.М.Кузеев, Ә.Ш.Латипов, Умов, В.Х.Хангилдин һ.б.) үҫтереү агротехникаһы б‑са тикшеренеүҙәр уҙғарыла. Малды йәйге көтөүлектә, ш. иҫ. йәшел конвейер ҡулланып аҫрауҙы ойоштороуҙоң фәнни нигеҙҙәре һәм алымдары эшләнә (Михеев, Мусатова). 1965—90 йй. уйһыу (Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин, А.Д.Дзигора) һәм битләү (И.М.Буторин, Ғөбәйҙуллин, В.И.Казачук, М.Ҡ.Харисов һ.б.) һыубаҫар болондарҙы яҡшыртыу б‑са эштәр үткәрелә. Мал аҙығы культураларын һуғарыу режимдары фәнни яҡтан нигеҙләнә (Я.З.Ҡәйепов, Х.М.Сафин һ.б.). Мал аҙығы культураларының интродукцияһы б‑са эштәр алып барыла (Ғ.Ҡ.Зарипова, Р.С.Йәнекәев һ.б.). Респ. селекционерҙары тарафынан мал борсағының Мелкосемянный 3, аҡ ҡандала үләненең Чермасан, йыйылма айрауыҡтың Бирская 1, арышбаштың Чишминский ширококолосый 6, ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерәнең — Чишминский 3, Ялан, зәңгәр гибридлы люцернаның — Чишминская 130, Чишминская 131, Бибинур, һары гибридлы люцернаның — Уфимская 7, могарҙың — Башкирский, Бельский, ҡабаҡтың Башкирская 245, Уфимская һ.б. сорттары сығарыла. БНИИСХ‑ның тәж.‑производство хужалыҡтарында сығарылған сорттарҙың беренсел орлоҡсолоғо ойошторола. Аграр университетта (С.Н.Надежкин, Р.Н.Уйылданов, Т.Ә.Фәритов, Ф.С.Хәзиәхмәтов һ.б.) һәм БНИИСХ‑ла (И.Л.Аллабирҙин, М.Ғ.Маликова һ.б.) конвейерлы етештереү системаһын фәнни яҡтан нигеҙләү, мал аҙыҡтарын әҙерләү һәм һаҡлау ысулдарын камиллаштырыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Шулай уҡ ҡара: Ауыл хужалығы малдарын ашатыу.

Әҙәб.: А н д р е е в Н.Г. Луговое и полевое кормопроизводство. М., 1989; Г у б а й д у л л и н Х.Г. Пути увеличения белковых кормов. Уфа, 1991; Н а д е ж к и н С.Н. Конвейерное производство кормов в Башкортостане. Уфа, 1999. 

 Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин, Т.Әәритов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке