МАКУНИНА Александра Александровна (16.9.1917, Рязань губ. Марьевка а. — 13.11.2000, Мәскәү), географ‑ландшафт белгесе. Геогр. ф. д‑ры (1972). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1993). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү ҡала пед. ин‑тын тамамлаған (1939). Фәнни эшмәкәрлеге төбәк физик географияһына, ландшафты өйрәнеү ғилеменә, тәбиғәтте файҙаланыуға, картографияға арналған. Ул Уралдың тәбиғәт шарттарын тикшереү б‑са СССР ФА‑ның комплекслы экспедицияһында ҡатнаша. Уның тарафынан Урал ландшафы асимметрияһы һәм ландшафтарының бейеклек бүлкәтлеге нигеҙләнә; ландшафт б‑са районлаштырыу үткәрелә һәм Уралдың 1:2500000 масштаблы ландшафт картаһы төҙөлә (1972). 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Ландшафты Урала. М., 1974; Физическая география СССР. М., 1985; Рациональное природопользование и охрана природы в СССР. М., 1989 (авторҙ.).

Әҙәб.: Д ь я к о н о в К.Н. Исследователь Урала и Сибири, физикогеограф Александра Александровна Макунина //Вестник Московского университета. Серия 5: География. 2007. №4. 

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.