АЛАЙҒЫР, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ефремкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 18 км һәм Төкөн т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 268 кеше; 1920 — 323; 1939 — 502; 1959 — 451; 1989 — 384; 2002 — 611; 2010 — 468 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, участка дауаханаһы, клуб, китапхана,  мәсет бар.

Ауылға 18 б. 70‑се йй. Нуғай даруғаһы Дыуан-Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 12 йортта 62 кеше йәшәгән, 1865 й. 34 йортта — 196 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән. К.Н.Нәзиров ошо ауылда тыуған.

А.Н.Абдуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018