МАКСИМОВСКИЙ, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Әлшәй р‑ны Яңы Воздвиженка а. көнбайышҡа табан 3,5 км алыҫлыҡта Липовка й. (Дим й. басс.) һул ярында урынлашҡан. Майҙаны 6,6 га. Пермдең татар ярусы терриген тоҡомдарынан ғибәрәт. Ландшафы ҡоро болондарҙан һәм киң япраҡлы урмандарҙан (имән, йүкә, йыла) тора. БР‑ҙың һәм РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китаптарына ингән ҡаурый ҡылған, ҡыҙыл ойошһеркә, шырттөклө еҙүлән кеүек һирәк үҫемлек төрҙәре үҫә. Респ. реликт ҡуян кәрешкәһе үҫкән берҙән‑бер урын. 

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.