МАКСИМОВИЧ Георгий Алексеевич (29.5.1904, Варшава – 16.5. 1979, Пермь ҡ.), тау инженеры‑геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1945), проф. (1934). Днепропетровск тау ин‑тын тамамлаған (1926). Фәнни эшмәкәрлеге нефть геологияһы, гидрогеологияһы, гидрогеохимияһы һәм геоморфологияһы, карсты өйрәнеү ғилеме һәм спелеология м‑н бәйле. Карсты өйрәнеү ғилеме һәм спелеология ин‑тын (Пермь) ойоштороусыларҙың береһе. М. тарафынан Урал һәм Башҡортостандың Урал алды карсын районлаштырыу үткәрелә, карст күренештәре һәм формалары классификацияһы төҙөлә; Өфө яйлаһының төньяҡ өлөшө карсы тасуирлана. 544 фәнни хеҙмәт авторы. СССР География йәмғиәтенең почётлы ағзаһы (1970). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1953). М. исеме м‑н БР‑ҙа Ҡыҙылъяр мәмерйәһе аталған (1964). Пермь ун‑ты бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Х е ҙ м.: Химическая география вод Суши. М., 1955; Основы карстоведения. Т.1—2. Пермь, 1963—1969; Карст карбонатных нефтегазоносных толщ. Пермь, 1978 (авторҙ.). Әҙәб.: Г.А.Максимович. Пермь, 2004. 

 

Т.В.Воронина

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке