• Печать

МАКСИМОВ Владимир Павлович (4.10.1934, Дәүләкән ҡсб, хәҙ. Дәүләкән ҡ., — 12.11.1982, Мәскәү), тау инженеры‑геолог. Техник ф. д-ры (1974), проф. (1980). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1956) “Аксаковнефть” нефть промыслаһы идаралығында эшләй, 1963 й. алып ӨНИ‑лә уҡыта, 1964 й. — “Гидротюменьнефтегаз” ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тының бүлек нач., 1969 й. — КПСС‑тың Төмән өлкә ком‑тында бүлек мөдире, 1974 й. — Бөтә Рәсәй нефть һәм газ ҒТИ‑ның (Мәскәү) фән б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү м‑н бәйле. М. тарафынан һыу баҫҡан скважиналарҙы үҙәктән ҡыуғыс электр насостары ярҙамында файҙаланыу өйрәнелә. М. ҡатнашлығында бер нисә технологик процесты берләштергән технологиялар һәм ҡатлам баҫымын тотоу техникаһы эшләнә һәм индерелә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. Ленин пр. (1970), И.М.Губкин ис. пр. (1967) лауреаты. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Е.В.Лозин

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке