МАЙСТРЕНКО Татьяна Григорьевна (12.7.1953, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб), иҡтисадсы. РФ‑тың (2009), БР‑ҙың (1996) атҡ. а.х. хеҙм‑ре. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) “Сельхозтехника” Өфө район берекмәһендә, 1977 й. алып “Өфө” с‑зында (1978 й. башлап өлкән иҡтисадсы) эшләй. 1990 й. алып “Алексеевка” ДУАХП‑нда: төп иҡтисадсы, 1993 й. башлап коммерция бүлеге нач., 1998 й. — яңы технологиялар һәм ҡорамалдар индереү бүлеге нач., 2000 й. — яңы технологиялар индереү б‑са баш белгес. М. ҡатнашлығында ябыҡ грунт шарттарында йәшелсә культураларының уңышын арттырыу өсөн йыл әйләнәһенә иңкеш үрсетеү технологияһы эшләнә һәм етештереүгә индерелә. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2003). “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (2002).

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке