МАЙСТРЕНКО Валерий Николаевич (8.9.1947, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Новиковка а.), химик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2006), химия ф. д‑ры (1990), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001). БДУ‑ны тамамлаған (1970), 1975 й. алып шунда уҡ эшләй: 1989 й. — химия ф‑ты деканы, 1992 й. — органик булмаған химия, 2012 й. — аналитик химия каф. мөдире; бер үк ваҡытта 1993 й. алып БР‑ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ‑нда: дир. урынбаҫары, 1996—2009 йй. директор. Фәнни хеҙмәттәре координациялы берләшмәләр химияһы, экология һәм аналитик химия өлкәһендәге тикшеренеүҙәр м‑н бәйле. М. тарафынан затлы металдар м‑н комплекстар барлыҡҡа килтереү реакцияларында полифункциональ көкөрторганик берләшмәләрҙең реакцияға һәләтле булыуы тикшерелә, электрохимик сенсорҙар табыла, тәбиғи һәм сәнәғәт объекттарында ағыулы металдарҙы, диоксиндарҙы һ.б. билдәләү ысулдары тәҡдим ителә (улар аттестацияланған һәм Дәүләт реестрына индерелгән). Ул супертоксиканттарҙы һәм тотороҡло органик бысратҡыстарҙы экологик‑аналитик мониторингылау концепцияһын эшләй. Сәнәғәт һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрә, тау тоҡомдарын эшкәртеү һәм машиналар эшләү пр‑тиелары ҡалдыҡтарын утилләштереү технологияһын уйлап таба. 320‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 14 уйлап табыу авторы. “Башкирский экологический вестник” (“Башҡортостан экология хәбәрҙәре”) ж. баш редакторы (1998– 2009 йй.).

Х е ҙ м.: Эколого‑аналитический мониторинг супертоксикантов. М., 1996 (авторҙ.); Эколого‑аналитический мониторинг стойких органических загрязнителей. М., 2004; Модифицированные электроды для вольтамперометрии в химии, биологии и медицине. М., 2010 (авторҙ.). 

Ф.Х.Ҡудашева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке