МАЙСКИЙ Әнүәр Әхкәм улы [1.3. 1929, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Бөтөрөшкән а. (Силәбе өлк. Ҡуҫа р‑ны) — 13.8.1989, Өфө], инженер‑механик. Техник ф. канд. (1973). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1954) Башҡ‑н нефть үткәргес идаралығы инженеры, прорабы булып эшләй, 1960—89 йй. Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм ташыу ҒТИ‑нда: 1961 й. алып проекттарҙың баш инженеры, 1970 й. — сектор мөдире, 1973 й. — лаб. мөдире, 1987 й. — төп ғилми хеҙмәткәр. М. ҡатнашлығында юғары һөҙөмтә биргән Пластобит 2М изоляция ҡаплауы һәм уны магистраль үткәргес торбаларға ҡаплау технологияһы эшләнә. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1983). Х е ҙ м.: О ремонте нефтепроводов большого диаметра //Транспорт и хранение нефти и нефтепродуктов. 1983. Вып.9 (авторҙ.); Резервы повышения производительности ремонтной колонны //Нефтепромысловое дело и транспорт нефти. 1985. Вып.2 (авторҙ.). 

Р.А.Майский

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.