МАЙҘАР, СН2ОСОR—СНОСОR—СН2ОСОR, башлыса глицериндың тулы эфирҙары һәм бер нигеҙле май кислоталары (триглицеридтар) ҡатнашмаларынан торған тәбиғи органик матдәләр. Уларҙа ш. уҡ витаминдар (А, D, Е), фосфатидтар, аҡһымдар, минераль тоҙҙар, буяғыс матдәләр, һыу (2—10%) бар. М. 1500‑ҙән ашыу төрө билдәле. Барлыҡҡа килеүенә ҡарап хайуан һәм үҫемлек майҙарына; биол. функцияһына ҡарап запас һәм протоплазматик (ҡара: Липидтар); тәғәйенләнеше б‑са аҙыҡ, мед. һәм техник М. бүлеп йөрөтәләр. Хайуан М. ер хайуандары (һыйыр малы, сусҡа, һарыҡ М.), диңгеҙ имеҙеүселәре (кит, тюлень М.), балыҡ (тәрәс балығы бауырынан) һәм ҡайһы бер хайуандарҙың һөтөнән алынған (мәҫ., аҡ май) М.; үҫемлек М. кипкән (етен, киндер М.), ярымкипкән (көнбағыш, мамыҡ М.), кипмәгән (кокос, пальма М.) М. бүлеп йөрөтәләр. Ғәҙәти шарттарҙа юғары концентрацияла туйындырылмаған май к‑талары эфирҙарынан торған М. (линол, линолен һәм олеин) — шыйыҡ, туйындырылған май к‑талары эфирҙарынан торған М. (пальмитин, стеарин) — ҡаты матдәләр. Тығыҙлыҡтары 103 кг/м3 кәм, tҡайнау 250°С яҡын (юғары вакуумда); төтәү (160—230°С) һәм үҙенән‑үҙе ялҡынланыу (340—360°С) т‑ралары хас. Бензинда, бензолда, диэтил эфирында, хлороформда яҡшы, ацетонда, этил спиртында насар эрей. Водород, галогендар, органик булмаған к‑талар м‑н реакцияға инә; һауалағы кислород м‑н оксикислоталарға, альдегидтарға һәм кетондарға тарҡалған пероксид берләшмәләрҙе (ҡара: Органик пероксидтар һәм гидропероксидтар) барлыҡҡа килтерәләр (М. химик боҙолоуы); минераль к‑талар, кәрәгенән артык эҫетелгән пар, ферменттар тәьҫирендә глицеринға һәм ирекле к‑таларға тиклем гидролизлана. М. үҫемлек һәм хайуан күҙәнәктәре составына ингән матдәләрҙең төп төркөмдәренең береһен тәшкил итә; организмда йылылыҡты көйләү б‑са мөһим роль үтәй (1 г М. 1 г аҡһым йәки углевод окисланыуына ҡарағанда 2 тапҡыр күберәк энергия бүлеп сығара). М. етешмәү тире, бөйөр, күҙ һ.б. органдарҙың зарарланыуына, артыҡ миҡдарҙа ҡулланыу һимереүгә килтерә. Башҡортостанда аҙыҡ һәм техник М. етештереү б‑са эре сеймал базаһы бар (ҡара: Май эшкәртеү сәнәғәте). 50‑нән ашыу а.х. һәм сәнәғәт пр‑тиеларында май һығыу цехтары һәм участкалары эшләй; киң ассортиментта аҡ М., һары М. һ.б. М. бай һөт продукцияһы сығарыла. Ер хайуандарының май тукымаларынан М. (башлыса ҡоро көйө йәки химик ысул м‑н) һыҙҙырып, үҫемлек М. уларҙың емештәренән һәм орлоҡтарынан һығып алалар. 90‑сы йй. башында “Шишмә" ААЙ‑нда (Шишмә р‑ны Шишмэ ҡасабаһы), Благовар, Күгәрсен һ.б. р‑ндарҙың аҙыҡ‑түлек комб‑ттарында көнбағыш М. сығарыла башлай. Маргарин “Шишмә" ААЙ, “Велес" ЯСЙ АСК (Күмертау ҡ.), техник М. — Өфө итконсерва комбинатында, “Уралагроснабкомплект" ЯСЙ‑нда (Саҡмағош р‑ны Саҡмағош ҡасабаһы) етештерелә. М. — юғары калориялы аҙыҡ продукты. Майлағыс М., косметика һәм йыуыу саралары, май к‑талары, глицерин, әлифтәр, лактар һ.б. етештереүҙә, имеҙеүсе диңгеҙ хайуандары һәм балыҡ М. (һелтеле еңелсә гидролиз йәки эреткестәр, мәҫ., шыйыҡ пропан, спирттар, м‑н экстракциялап алалар) — медицинала файҙаланыла (А һәм D витаминдары сығанағы). Техник М. нигеҙендә Октябрьский күн аяҡ кейеме комбинатында, Стәрлетамаҡ күн аяҡ кейеме комбинатында кер һабыны сығарыла. 70‑се йй. НИИнефтехимда (Т.О.Ган, Б.Ф.Морозов, Р.М.Мәсәғүтов һ.б.) Бөтә Союз Майҙар ҒТИ м‑н берлектә (С.‑Петербург) М. гидрогенлау өсөн ГМ‑3 катализаторы һәм уның модификацияларын (80‑се йй. уртаһынан РФ‑тың 20 пр‑тиеһында ҡулланыла) эшләү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелгән. Шулай уҡ ҡара: Май биреүсе культуралар.

Әҙәб.:  Химия жиров. 3‑е изд., доп. и перераб. М., 1992; Технология переработки жиров. 3‑е изд. М., 1999.

Д.Рахманҡолов

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.