МАЙ БИРЕҮСЕ КУЛЬТУРАЛАР, ҡуйы май алыр өсөн үҫтерелгән үҫемлектәр. М.б.к. төрлө ғаиләләргә ингән үҫемлектәр ҡарай: астра һымаҡтар (көнбағыш, сафлор); баллыбабай һымаҡтар (перилла, ляллеманция); зәйтүн һымаҡтар (зәйтүн); ҡуҙаҡлылар (арахис, соя); һөтлөгән һымаҡтар (кенә уты); әүернә һымаҡтар (шипкән, рапс, ерән бәшмәк һ.б.). Ҡуйы май ш. уҡ кукуруз, бойҙай һ.б. культураларҙың орлоҡ бәбәгенән алына. М.б.к. араһынан һыуыҡҡа бирешмәгән үҫемлектәргә — шипкән, рапс, ерән бәшмәк, йылы яратыусыларға — арахис, кенә уты, кунжут һәм соя, ҡоролоҡҡа сыҙамлыларға сафлор һәм шипкән ҡарай. М.б.к. емештәрендә (орлоҡтарында) май күләме (абсолют ҡоро матдәгә %‑тарҙа): арахис 41—57; күк шипкән 35—47; майлы етен 30—48; кенә уты 47—59; көнбағыш 29—57; перилла 26—50; рапс 33— 50; ерән бәшмәк 26—46; соя 15—25. М.б.к. емештәре һәм орлоҡтары — май эшкәртеү сәнәғәте өсөн сеймал. Ҡуйы майҙарҙы кулинарияла, консервалар, кондитер изделиелары, маргарин эшләүҙә, лак‑буяу сәнәғәтендә, туҡыу сәнәғәтендә һ.б. ҡулланалар. Жмых һәм шрот — а.х. малдары өсөн ҡиммәтле концентрат мал аҙыҡтары. Башҡортостанда башлыса көнбағыш һәм рапс үҫтерелә. Көнбағыш үҫтереүҙең төп зоналары — Урал алды дала зонаһы, яҙғы рапстыҡы — төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһы, төньяҡ урман‑дала зонаһы һәм көньяҡ урман‑дала зонаһы. Респ. М.б.к. сәсеү майҙандары 200 мең га ашыу тәшкил итә (2012).

Әҙәб.: А ю х а н о в М.Б. Масличные культуры. Уфа, 1982; Технология производства семян ярового рапса в Республике Башкортостан: рекомендации. Уфа, 2007. 

Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. Г.А.Миһранова