МАЗУТ (төрк.), нефть йәки уның икенсел эшкәртеүҙән алынған про‑ дукттарынан бензинлы, кәрәсинле һәм дизелле фракцияларҙы ҡыуғандан һуң барлыҡҡа килгән ҡалдыҡ. Химик составы һәм үҙенсәлектәренә ҡарап (ҡара: табл.) шыйыҡ ҡаҙанлыҡ яғыулығы итеп ҡулланыла ала. М. вакуумда ҡыуып, вакуум газойле (каталитик крекинг һәм гидрокрекинг, дистиллят һәм ҡалдыҡ майлағыс майҙар эшләү өсөн сеймал) алалар, М. ҡыуғандан һуң ҡалған матдә — гудрон (кокс һәм өҫтәмә күләмдә асыҡ нефть продукттары барлыҡҡа килтергән кокслаштырыу, төҙөлөш һәм юл битумдары алыу өсөн окисланыу, каталитик крекинг һәм гидрокрекинг өсөн өҫтәмә сеймал булдырған асфальтһыҙлаштырыу процестарына сеймал). Нефть эшкәртеү заводтарында М. эшкәртеү процестарының булыуы нефть эшкәртеүҙең тәрәнлеген билдәләй. Башҡортостанда бөтә нефть эшкәртеү заводтарында М. вакуумда ҡыуа торған сәнәғәт ҡоролмалары эшләй. Уларҙың М. б‑са ҡеүәте йылына 1—3 млн т тәшкил итә. Әҙәб.: Нефти СССР. Т.1. Нефти северных районов Европейской части СССР и Урала. М., 1971; Справочник нефтепереработчика. Л.; 1986; А х м е т о в С.А. Технология глубокой переработки нефти и газа. Уфа, 2002. 

 

Ә.Ф.Ишкилдин

Тәрж. Л.И.Шарапова

 

Текст на русском языке

Таблица

БР нефттәре мазуттары үҙенсәлектәре

 

Нефть

 

Нефть сығымы, %

 

Тығыҙлығы

 

Шартлы ҡуйылығы,

 

Ҡатыу т‑раһы, °Ñ

 

Көкөрт, %

 

Кокслашыусанлығы, %

 

 

 

80°Ñ      100°Ñ

 

 

 

Арлан тауар нефте

57,2

0,9920

39,8

13,90

21

4,23

10,5

Туймазы тауар нефте

46,6

0,9690

13,1

5,90

18

2,55

10,1

Ергән нефте

62,8

0,9823

7,42

8

3,09

18,6

Саҡмағош девон нефте

60,4

0,9280

12,70

25

4,36

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.