МАГНИТОРАЗВЕДКА, м а г н и т м е н ә н т ө ш ө р ө ү, Ерҙең магнит ҡырын, тау тоҡомдарының һәм файҙалы ҡаҙылмаларҙың магнит сифаттарын өйрәнеүгә нигеҙләнгән разведка геофизикаһы ысулы. Ер өҫтө (майҙан һәм профиль), һауа (аэромагнит), скважина М. айырыла. М. башҡа геофизик ысулдар м‑н комплекста майҙандарҙың геологияһын өйрәнеү, файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын эҙләү һәм разведкалау маҡсатында ҡулланыла. Уртаса һәм ҙур масштаблы М. тимер мәғдәндәрен эҙләүҙә геофизик комплекстың төп ысулы һанала, ш. уҡ алмаслы кимберлиттар, ҡайһы бер алтын, баҡыр һ.б. мәғдәндәрҙе эҙләүҙә ҡулланыла. 1:50000, 1:25000 һәм 1:10000 масштабында башҡарыла. 20 б. 60—90‑сы йй. БР терр‑яһында — 1:50000, Башҡорт мегантиклинорийында һәм Магнитогорск бөгөлөндә 1:25000 һәм 1:10000 масштабында аэромагнит м‑н төшөрөү үткәрелә; 1:200000 масштабында аэромагнит аномалиялары картаһы төҙөлә. БР терр‑яһы ер өҫтөндәге төшөрөүҙәр м‑н тигеҙ өйрәнелмәгән; платформа өлөшөндә 1:100000 масштабында ҙур булмаған участкалар төшөрөлгән. Төбәк сейсмик профилдәре буйлап 100 м аҙым м‑н юғары теүәллекле магнит м‑н төшөрөү үткәрелә. Башҡ. мегантиклинорийы һәм Магнитогорск мегасинклинорийы 1:50000, 1:25000, 1:100000 масштабында өйрәнелгән. Вулкан һәм ултырма тоҡомдарҙағы магнетит минераллашыуы м‑н бәйле булған магнит ҡырының көслө ыңғай аномалиялары Учалы һәм Белорет мәғдән р‑ндарында асылған.

А.А.Цветкова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.