МАГНИТОГОРСК МЕГАСИНКЛИНОРИЙЫ, М а г н и т о г о р с к б ө г ө л ө, М а г н и т о г о р с к с и н ф о р м а һ ы, М а г н и т о г о р с к з о н а һ ы, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы көнсығыш битләүенең ҙур тектоник структураһы. БР‑ҙа, Силәбе һәм Ырымбур өлк. урынлашҡан. Уралдағы Тагил‑Магнитогорск‑Моғажар йәшел ташлы һыҙатының (850 км) көньяҡ сегменты. Оҙонлоғо төньяҡтан көньяҡҡа табан 450 км, киңлеге 100 км тиклем. Уралтау зонаһынан Төп Урал һынылышы, Көнсығыш Урал ҡалҡыуынан Көнсығыш меланж зонаһы м‑н айырыла. Хәҙ. күҙаллауҙар б‑са (И.Б.Серавкин һ.б., 1992; В.Н.Пучков, 2000), кембрий—ордовикта М.м. формалашыуына Көнсығыш Европа палеоконтиненты ситенең ярылыуы сәбәп була (океан алды рифтогенезы), ул һуңынан спредингҡа әйләнә (океан төбөнөң киңәйеүе) һәм ордовик— силурҙа Урал палеоокеаны барлыҡҡа килтерә. Иртә девондан, һуң ордовик— иртә силурҙан көнсығышҡа ауышлы субдукция зонаһына (океан литосфераһы йотолоу) буйһонған утрау дуғалары системаһы формалаша башлай. Һуң девонда океан ҡабығы йотолоу һөҙөмтәһендә океан басс. кәмеүе флиш ҡатламдарының барлыҡҡа килеүенә, утрау дуғалары комплекстарының Көнсығыш Европа палеоконтиненты сите м‑н яҡынайыуына, карбонпермдә — уларҙың бәрелешеүенә (коллизия стадияһының үҫеше), тау тоҡомдарының деформацияһына, көнбайышта Төп Урал һынылышы зонаһы буйлап палеоконтинент ситенә һәм көнсығышта Көнсығыш меланж зонаһы буйлап М.м. борттарынан океан комплекстарының хәрәкәт итеүенә (обдукция) килтерә. М.м. 3 структур‑формация зонаһына бүленә: Көнбайыш, Үҙәк һәм Көнсығыш Магнитогорск. Океан стадияһының үҫеш комплекстары (базальт, ультрабазит, саҡматаш тоҡомдары) серпентинит меланжы зоналарында фрагмент рәүешендә һаҡланған. Базальт, базальт‑риолит (контраст), базальт‑андезитдацит‑риолит (тотош) һәм базальт‑андезибазальт (порфирит) комплекстарын индергән утрау дуғаһы, дуға‑ара һәм дуға арты бассейндарының вулкан‑ултырма тоҡомдары башлыса Көнбайыш һәм Көнсығыш Магнитогорск зоналарында ята. Әселеге б‑са эффузивтарҙың айырмаһы үҫешендә, толеит петрохимия серияларының магнезиаль, эзбизташ‑һелтеле һәм субһелтеле сериялар м‑н алмашыныуында, һелтеләр суммаһында калий өлөшө үҫеүендә, лава материалы м‑н сағыштырғанда эксплозив материал (туфтар, агломераттар) һаны артыуында океан һәм утрау дуғалы вулканизмдың эволюцияһы күренә. Үҙәк Магнитогорск зонаһының коллизия трогтарында иртә карбонда утрау шарттарында толеит базальттары һәм калий‑натрий тибындағы субһелтеле, һелтеле базальттар, риолиттар, трахириолиттар, һирәгерәк андезиттар, ҡалын эзбизташ һәм терриген ҡатламдар формалаша. М.м. баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары (Юбилейный, Учалы, Сибай, Подольск, Бүребай һ.б.), алтын колчеданы‑полиметалл (Баҡыртау, Балтатау һ.б.), алтын‑сульфид (Муртыҡты, Миндәк һ.б.), баҡыр‑порфир (Вознесенка) ятҡылыҡтары, баҡыр, алтын, марганец, тимер һ.б. ваҡ ятҡылыҡтар һәм сығанаҡтар бар.

Әҙәб.: П у ч к о в В.Н. Палеогеодинамика Южного и Среднего Урала. Уфа, 2000. 

 И.Б.Серавкин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.