МАГНЕТИТ (гр. magnēt† is — магнит), м а г н и т л ы т и м е р м ә ғ д ә н е, ҡатмарлы оксидтар ярым класы минералы, FeFe2O4, шпинель төркөмө. Составында 31% FeO, 69% Fe2O3, 72,4% Fe һәм титан, ванадий, марганец, магний, алюмин, хром ҡушылмалары бар. Кристалдары башлыса октаэдр формаһында. Агрегаттары бөртөклө. Бүленде формалары ваҡ бөртөклө, тотош массалар, ваҡ бөрсөктәр. Төҫө, һыҙаты ҡара, үтә күренмәй, ярым металл кеүек ялтыр. Ҡатылығы 5,5—6,0; тығыҙлығы 5200 кг/м3. Магнитлығы көслө. Сәнәғәт ятҡылыҡтары төрлө магматик тау тоҡомдары, скарндар, тимерле кварциттар м‑н бәйле. Ҡиммәтле тимер мәғдәне. БР‑ҙа М. сығанаҡтары Учалы р‑нында (Бирсә, Кузьма‑Демьяновка, Ҡанаҡай һ.б.) билдәле. 

А.А.Алексеев

Тәрж. Г.М.Ғәлиева