МАГМАТИЗМ, магматик тау тоҡомдарын формалаштырған магманың (ғәҙәттә, силикат эретмә) барлыҡҡа килеү, күсеү һәм ҡатыу кеүек геол. процестары йыйылмаһы. Магма мантияла һәм ер ҡабығында барлыҡҡа килә, тәрәндә (интрузив М., йәки плутонизм) һәм ер өҫтөндә (эффузив М., йәки вулканизм) ҡата; ш. уҡ баҫымдың түбәнәйеүенә, тәрәндән килгән йылылыҡ ағышы тәьҫирендә локаль йылыныуға бәйле булырға мөмкин. Бындай шарттар спрединг (океан төбө киңәйеүе), субдукция (бер литосфера плитаһының икенсеһе аҫтына төшөүе) процестары ваҡытында литосфера плиталары сиктәрендә, магманың (плюмдар) тәрәндәге мантия сығанаҡтары барлыҡҡа килеүе сәбәпле плита эсендә күҙәтелә. Башҡортостандың көнбайышында М. платформа ҡапламаһының ултырма рифей‑венд ҡатлауҙарын киҫеп сыҡҡан габброидтарҙың ҡатлам интрузиялары, урта рифей ултырмаларындағы йоҡа эффузив ҡатламдар йөҙөндә үҫешкән. Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендә Башҡорт мегасинклинорийында кембрий алды М. континенталь рифтар шарттарында беленә. Бында габбро‑диабаз һәм диабаз‑пикрит, һелтеле габброидтарҙың аҫҡы, урта, өҫкө рифей интрузиялары, ш. уҡ берҙән‑бер венд гранитоид М. сығанағы (Әхмәр массивы) билдәле. Вулкан тоҡомдары (субһелтеле базальт һәм риолит, оливин толеит) бында рифейҙың әй, машаҡ свиталарында, вендтың әршә свитаһында ята. Уралтау зонаһында континенталь һәм океан секторҙарының тоташҡан урынында венд трахибазальт, оливин‑базальт эффузив комплекстары (мазарин свитаһы) формалаша, һуңынан улар метаморфланған һәүерташтарға, ш. уҡ һелтеле габброидтарҙың дайкаларына һәм силдарына әйләнә. Ороген М. локаль сығанаҡтары боранғол һәм мазарин гранит комплекстарынан тора. Уралдың көнсығыш секторында М. Урал палеозой океанының асылыуы, эволюцияһы һәм ябылыуы м‑н бәйле. Палеозой М. сығанағының төп өлкәһе Магнитогорск мегасинклинорийының хәҙ. структураһында күренә. Континенталь ҡабыҡтың ярылыуына килтергән континенталь (океан алды) рифтогенез стадияһында (кембрийордовик) Төп Урал һынылышының меланж зонаһы комплекстарынан торған юғары титанлы трахибазальттар, субһелтеле оливин базальттар урғылып сыға. Уларға юғары титанлы габбро есемдәре комагматик һанала. Океан стадияһы М. (ордовик—силур) Төп Урал һынылышының меланж һәм Ҡыраҡа тектоник комплексы зоналарында йомро базальттарҙың, альпинотиплы ультрабазиттарҙың һәм габброидтарҙың офиолит ассоциацияларынан тора. Меланж зоналарының базальттары хәҙ. океан толеиттарына яҡын, калий һәм рубидий оксидтары миҡдарының юғары булыуы м‑н айырылалар. Ультрабазиттар оҙон бүлкәттәр барлыҡҡа килтерә (көнбайыштан көнсығышҡа): Ҡыраҡа‑Медногорск, Төп Урал һынылышы һәм Оҙонҡыр зоналары бүлкәте. Ҡыраҡа‑Медногорск бүлкәтендә Ҡыраҡа төркөмөнөң ультраһелтеле массивтары урынлашҡан: Төньяҡ, Үҙән, Урта һәм Көньяҡ Ҡыраҡа, Төп Урал һынылышы зонаһында — Нәрәле, Миндәк, Байғусҡар һ.б. массивтар. Тоҡомдар дунит‑гарцбургит формацияһына ҡарай. Массивтарҙың ситке өлөштәре серпентинитҡа әйләнгән һәм серпентинит меланжы м‑н уратып алынған. Океан ҡабығының стратификацияланған фрагменттары иртә ордовиктың поляков һәм һаҡмар свиталары пиллоубазальттарынан һәм саҡматашлы тоҡомдарынан тора. Девон утрауҙар ҡулсаһы М. вулкан‑интрузив ассоциациялары тәшкил итә, уларҙың составы утрауҙар ҡулсаһы стадияһы һәм уның айырым циклдары осоронда тоҡомдарҙың һелтелелеге артыуы яғына, калийҙың роле үҫешенә табан, иретмәләрҙең дифференциация дәрәжәһенең үҫеүе, интрузив тоҡомдарҙың күләме артыуы яғына үҙгәрә. Төрлө геодинамик шарттарҙа (дуға алды бөгөлдәре, һыу аҫты ҡалҡыулыҡтары, дуға эсендәге һәм дуға арты басс.) формалашҡан эмсский‑живе йәшендәге вулкан комплекстары (базальт‑риодацит, андезибазальт‑андезит‑риолит, базальт‑андезибазальт, кремний‑базальт) Башҡортостандың Урал аръяғында океан секторының төп өлөшөн биләй. Эффузивтар комагматик субвулканик есемдәр (дайкалар, силдар, штоктар, лакколиттар) м‑н йәнәш килә. Коллизия стадияһында (һуң карбон—пермь) ҡеүәтле гранитоид М. (Ахун гранит массивы — Үҙәк Магнитогорск вулкан‑интрузив бүлкәтенең көнбайыш суҡағы) хасил була, Учалы мәғдән р‑нында сиенит һәм монцониттарҙың күп һанлы штоктары, Баймаҡ р‑нында һелте, урта һәм әсе составлы субһелтеле тоҡомдарҙың дайкалары үтеп инә. Башҡортостандың Урал аръяғында интрузив М. м‑н алтын ятҡылыҡтары һәм сығанаҡтары, вулканизм м‑н колчедан мәғдәндәренең күп һанлы ятҡылыҡтары бәйле.

Әҙәб.: Вулканизм Южного Урала /И.Б.Серавкин [и др.]. М., 1992; Орогенный гранитоидный магматизм Урала /Г.Б.Ферштатер [и др.]. Миасс, 1994. 

 

И.Б.Серавкин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.