МАВРОДИЕВ Владимир Кириллович (2.2.1950, БАССР‑ҙың Благовещен р‑ны Покровка а.), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Нуриман р‑ны Әтнәш урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1975 й. алып Органик химия ин‑тында эшләй (1987 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни хеҙмәттәре күсеүсе металдарҙың π‑комплекслы берләшмәләре молекулаларының кире иондар барлыҡҡа килтергән процестарын, уларҙы стабилләштереү юлдарын өйрәнеүгә арналған. М. тарафынан бер баҫҡыслы секторлы магнит масс‑спектрометрҙар өсөн спектрҙа метастабиль иондар булған саҡта кире иондарҙың диссоциацияға ҡарата йәшәү ваҡытын билдәләү методикаһы эшләнә. Ул кире молекуляр иондарҙың йәшәү ваҡытының күсеүсе металдар карбонилдары лигандтарының электрон‑акцептор үҙенсәлектәренә бәйле булыуын билдәләй. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Резонансный захват электронов молекулами метиловых эфиров фталимидоалка‑2,3‑диеновых кислот и модельных соединений //Химия высоких энергий. 2013. Том 47. №2 (авторҙ.); Mass spectra from dissociative electron capture by monosubstituted benzenechromiumtricarbonyls //Journal Organometal. Chem. 1981. Vol.212 (авторҙ.). 

 Ф.А.Вәлиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.