ӨФӨ МӘКТӘП‑ИНТЕРНАТЫ. 1999 й. башланғыс осоусылар әҙерләгән Өфө мәктәп‑интернаты булараҡ асыла. 2008 й. М.Ғ.Гәрәев исеме бирелә. 7 класс тамамлаған малайҙар һәм 4 класс тамамлаған ҡыҙҙар ҡабул ителә. Профилле уҡытыу теория (аэродинамика, самолёттың авиация һәм радиоэлектрон ҡорамалдары, самолёт һәм двигатель конструкцияһы, навигация, эҙләү‑ҡотҡарыу хеҙмәте) һәм ғәмәли (авиация, парашют‑десант, строевой әҙерлек, гарнизон, ҡарауыл һәм эске хеҙмәт нигеҙҙәрен өйрәнеү, Ҡурған ҡ. осоу практикаһы һ.б.) йүнәлештәр б‑са алып барыла. Компьютер кластары, китапханаһы, тамаша һәм тренажёр залдары, музейы, мед. пункты, йоҡо бүлмәләре бар. Вокаль‑инструменталь ансамбль, тынлы оркестр, ҡул һуғышы, тхэквондо, шайбалы хоккей, ирекле көрәш секциялары һ.б. эшләй. Уҡыу йортон 600‑ҙән ашыу кеше тамамлаған (2013). Тамамлаусылар уҡыуын башлыса хәрби юғары уҡыу йорттарында, ш. иҫ. проф. Н.Е.Жуковский һәм Ю.А.Гагарин ис. Хәрби‑һауа акад. (Воронеж ҡ.), В.Ф.Маргелов ис. Рязань юғары һауа‑десант команда уч‑щеһында, Юридик институтта һ.б. дауам итә.

Ф.Р.Хажиева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.