ӨФӨ ЭШҠЫУАРЛЫҠ, ЭКОЛОГИЯ ҺӘМ ДИЗАЙН КОЛЛЕДЖЫ, 1909 й. Сауҙа мәктәбе булараҡ асыла, 1919 й. алып Өфө һөнәрселек коммерция кластары, 1921 й. — сәнәғәт‑иҡт. мәктәбе, 1922 й. — сәнәғәт‑иҡт. техникумы. 1926 й. Өфө контора‑сауҙа өйрәнсектәр мәктәбе (ҡара: Һөнәрселек лицейы №136) составына инә, 1936 й. башлап сауҙа‑кулинария өйрәнсектәр мәктәбе, 1964 й. — һөнәрселек сауҙа‑кулинария уч‑щеһы, 1967 й. — һөнәрселек сауҙа уч‑щеһы, 1972 й. — урта һөнәрселек сауҙа уч‑щеһы, 1981 й. — урта (1990 й. алып юғары) һөнәрселек‑техник уч‑щеһы (1986—2007 йй. №137), 1995 й. — һөнәрселек лицейы, 2007 й. хәҙ. исемен ала (2009 й. алып дәүләт авт. белем биреү учреждениеһы). Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә коммерция, баҡса‑парк һәм ландшафт төҙөлөшө, тауар өйрәнеү ғилеме һәм ҡулланыу тауарҙары сифатына экспертиза яһау, һатыусы, контролёр‑кассир, реклама һ.б. һөнәрҙәр б‑са алып барыла. 2 компьютер класы, китапханаһы, 2 тамаша, тренажёр, спорт һәм уҡыу залдары, фотостудияһы, хеҙмәт даны музейы, 4 лаб., тиры, бассейны бар. 26 меңдән ашыу кеше әҙерләнгән (2013). РФ‑тың һәм БР‑ҙың уҡыу йорттары м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Әҙәб.: А м и н о в Т.М., Х у с а и н о в Р.М. Генезис коммерческого образования в Башкирии (1908–1930): от Торговой школы к профессиональному лицею №137 г.Уфы. Уфа, 2007.

Р.М.Хөсәйенов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке