“ӨФӨЛӨ”, Төҙөлөш тресы №3 спорт клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1963—2005 йй. “Хеҙмәт” стадионы базаһында эшләй. Клуб составына “Трамплин”, спидвей б‑са “Башҡортостан” командаһы, ауыр атлетика, грек‑рим көрәше, спорт гимнастикаһы, футбол б‑са бүлексәләре булған “Өфөлө” СДЮШОР‑ы инә. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.‑Б.В. Батталов, А.С.Гладков, В.З.Ғәлиев, Н.К.Корнев, Ю.В.Сабанов, Р.Р.Садиҡов, М.Л.Старостин, Р.Р.Сәйетгәрәев, Э.Р.Сәхәбетдинов, Р.Р.Ханов һ.б. “Ө.” м‑н тренерҙар М.М. Азаматов, Г.Л.Аферин, В.А.Борман, А.Н.Емелин, Н.Ю.Мазов, В.Б.Некрасов, А.П.Сухов, Р.Л.Ханов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Н.Ю.Мазов

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018