“ӨФӨЛӘ ШАЛЯПИН КИСӘЛӘРЕ” Х а л ы ҡ - а р а о п е р а с ә н ғ ә т е ф е с т и в а л е. 1991 й. алып Опера һәм балет театрында үткәрелә. Төбәк-ара Шаляпин үҙәгенең Өфө бүлексәһе рәйесе Г.А.Бельская инициативаһы б‑са ойошторола. Фестиваль программаһына опералар, сезондағы премьера спектаклдәре һәм концерттары инә; 3—12 көн дауам итә. Фестивалдең дир. — Р.А.Гәрәев [1991—95, муз. етәксеһе: В.И.Платонов (1991—2000)], А.А.Людмилин (2001, 2003), Р.Э.Лютер (2007), Г.В.Ким (2010). Ҡатнашыусылар араһында Рәсәйҙең Ҙур театры, К.С.Станиславский һәм Вл.И.Немирович- Данченко ис. Мәскәү музыка театры, “Геликон-опера”, “Яңы опера” (бөтәһе лә — Мәскәү) театрҙары, Мариин театры, Михайловский театры (икеһе лә — С.‑Петербург), Екатеринбург, Новосибирск, Пермь, Һамар, Һарытау, Чебоксар һ.б. театрҙары солистары; И.К.Архипова, СССР‑ҙың халыҡ артистары А.Ф.Ведерников, Ю.А.Мазурок, Б.А.Минжилкиев, В.И.Пьявко; РФ‑тың халыҡ артистары М.И.Кит, О.Д.Кондина, А.М.Ломоносов, К.И.Плужников, Н.Г.Путилин; РФ‑тың атҡ. артистары Т.В.Куинджи, Т.И.Полуэктова, Е.П.Целовальник һ.б.; донъяның төрлө илдәренән солистар: Д.Гуарино, Д.Пазино, П.Романо, М.Фрузони (Италия), Л.К.Магомедова, Грузия ССР‑ының халыҡ артистары Т.А.Гугушвили, А.А.Шомахия (Грузия), С.А.Изюмов (Латвия), Украина ССР‑ының халыҡ артистары С.А.Добронравова, Н.И.Козлова, Э.М.Сребницкий, Украина ССР‑ының һәм РФ‑тың атҡ. артисы Н.С.Дацко (Украина), Белорус ССР‑ының халыҡ артисы Н.А.Руднева, Белоруссияның һәм РФ‑тың халыҡ артисы, Польшаның атҡ. сәнғәт эшмәкәре А.А.Дедик (Белоруссия); саҡырылған дирижёрҙар: РФ‑тың халыҡ артисы Ю.Л.Кочнев (Һарытау ҡ.), Е.В.Бражник (Екатеринбург ҡ.), РФ‑тың атҡ. сәнғәт эшмәкәре Ю.П.Анисичкин (Воронеж ҡ.) һ.б., ш. уҡ А.Г.Самоилэ (Молдавия, Төркиә), Рәсәйҙең атҡ. сәнғәт эшмәкәре А.М.Анисимов (Белоруссия), В.М.Кожухарь (Украина), Г.Нотев (Болгария), С.Циалис (Германия), Н.Аббасси (Мысыр). Беренсе фестиваль Ф.И.Шаляпиндың Өфөләге тәүге сығышына 100 йыл тулыуға арнала. 5‑се фестивалдә (1996) И.Ә.Абдразаҡов, (“Пики дамаһы” — “Пиковая дама”, П.И.Чайковский), 10‑сы фестивалдә (2001) Анкара операһы солисы Э.М. Фәтихова (“Тра‑ виата”, Дж.Верди) сығыш яһай. 11‑се фестивалдә (2003) реж. А.М.Кэмел, сценограф М.Х.Х. Эль Сайед, дирижёр Н.Аббасси һәм балетм. Э.Гамбарелли (Италия) Вердиҙың “Аида” операһын ҡуя. 12‑се фестивалдә (2007) А.Ә.Абдразаҡов м‑н И.Ә.Абдразаҡов В.А.Моцарттың “Дон Жуан” операһының премьераһында ҡатнаша. 13‑сө фестивалдә (2010) дирижёр Анисимов, РФ‑тың атҡ. сәнғәт эшмәкәре, реж. Г.Г.Исаакян (Мәскәү), сценограф Э.Д.Гейдебрехт (Германия) А.П.Бородиндың “Кенәз Игорь” (“Князь Игорь”) операһын; 14‑се фестивалдә (2015) дирижёр Дж.Скироне, реж. Ф.Йовине (Италия), сценограф Р.Р.Әхмәтйәнов (Өфө) А.Алессандроның “Луиза Санфеличе” операһын тәҡдим итә. Фестиваль спектаклдәрендә БДОБТ‑тың опера солистары, хор, балет труппаһы һәм симфоник оркестры ҡатнаша. Фестивалдәр (1999, 2000, 2001) сиктәрендә Екатеринбургтан сәнғәт фәндәре кандидаттары, опера тәнҡитселәре, РФ‑тың атҡ. сәнғәт эшмәкәрҙәре М.Л.Мугинштейн м‑н М.И.Борисова семинарҙар (видеофильмдар күрһәтеп) үткәрә.

С.М.Платонова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018