“ӨФӨ‑АРЕНА” у н и в е р с а л ь с п о р т а р е н а һ ы. Составында төп (2007 й. төҙөлгән) һәм бәләкәй (2011) арена бар. Төп аренаның хоккей майҙаны, трибунаһы (8250 урынлыҡ), спортсмендар һәм тренерҙар өсөн ял бүлмәләре, судьялар өсөн айырым бокс, мед. кабинеты, 2 боҙ ҡойоу машинаһы өсөн гараж, конференц‑залы булған пресс‑үҙәк (100 урынлыҡ), аппарат‑студиялы комплекс, ресторан һ.б.; бәләкәй аренаның хоккей майҙаны, трибунаһы (650 урынлыҡ), адм. биналар блогы, спорт һәм тренажёр залдары, күп кимәлле парковка (222 урынлыҡ) һ.б. бар. “Ө.‑А.” базаһында “Салауат Юлаев” хоккей клубы, фигуралы шыуыу секцияһы эшләй. Йыл һайын Континенталь хоккей лигаһы чемпионаты уҙғарыла. “Ө.‑А.” шайбалы хоккей б‑са Рәсәй һәм Ка‑ нада (2007) йәштәр йыйылма командалары матчтары суперсерияһы, Лига чемпиондары матчтары (2008—09), йәштәр командала‑ ры араһында донъя чемпионаты һәм Балалар халыҡ‑ара уйындары сиктәрендә турнир (икеһе лә — 2013), йәштәр клубы командалары араһында Донъя кубогы (2014); билбау көрәше б‑са донъя чемпионаты (2007), Рәсәй һәм Япония йыйылма командалары араһында Донъя волейбол лигаһы матчтары (2011) үтә.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 Текст на русском языке