ӨФӨ УҠЫУ ЙОРТТАРЫ УҠЫУСЫЛАРЫН ФИЗИК ТӘРБИӘЛӘҮ ЙӘМҒИӘТЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1907 й. 15 дек. А.С.Цветков тарафынан ойошторола. Ир‑ат та, ҡатын‑ҡыҙ ҙа, бөтә дин кешеләре лә дәрәжәһенә һәм мөлкәтенә ҡарамай ҡабул ителгән. Йәмғиәт ағзаларының физик тәрбиәләү системаһына саңғыла йүгереү, һыбай йөрөү, гимнастика, ишкәк ишеү, конькиҙа һәм велосипедта йөрөү, йөҙөү, фехтование, футбол һ.б. ингән. 1912 й. Өфөлә башҡ. футболы тарихында беренсе тапҡыр йәмғиәт һәм Яхт‑клуб (Һамар ҡ.) командалары араһында иптәштәрсә матч уҙғарыла. Йәмғиәт 1917 й. һуң эшмәкәрлеген туҡтата.

О.Г.Шухардин

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018