ӨФӨ СӘНҒӘТ МӘКТӘБЕ, өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. 1977 й. 1‑се балалар художество мәктәбе һәм 6‑сы музыка мәктәбе, Орджоникидзе С. исемендәге мәҙәниәт һарайының музыкаль-хор студияһы базаһында Өфө сәнғәт мәктәбе (Башҡортостанда тәүге) булараҡ асыла, 2004 й. алып Өфө балалар сәнғәт мәктәбе. 1988 й. Ө.с.м. составына 2‑се балалар музыка мәктәбе инә. Китапханаһы, 2 концерт һәм күргәҙмә залы, тауыш яҙҙырыу студияһы бар, лекторий, “Кескәйҙәр өсөн музыкаль бүлмәләр” ижади проекты (2005 й. алып) эшләй. Музыкаль-хор (хорҙа, синтезатор, фп.), халыҡ һәм тынлы музыка ҡоралдары (аккордеон, балалайка, баян, гитара, думбыра, ҡурай, саксофон, флейта), ҡыллы (скрипка), фп., хореография, художество, әҙерлек бүлектәре эшләй. Ө.с.м. эшләгән хор коллективтары: “өлгөлө” “Весенние голоса” коллективы — “Дуҫлыҡ” (“Дружба”) Халыҡ-ара балалар хор ассамблеяһы (Мәскәү, 1996), “Талант ҡанаттарында” (“На крыльях таланта”, 2014) Халыҡ- ара балалар һәм үҫмерҙәр конкурс-фестивале, Респ. хор коллективтары конкурсы (2010, 2011) лауреаты; “Подснежник” коллек‑ тивы — “Өфө — Башҡортостан халыҡтарының дуҫлығы һәм берҙәмлеге баш ҡалаһы” (“Уфа — столица дружбы и единства народов Башкортостана”, 2006) Ҡала мәҙәниәт һәм сәнғәт фестивале, “Хор йәйғоро” (“Хоровая радуга”, 2013) Респ. конкурсы, “Талант ҡанаттарында” (2014, Гран-при) Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр конкурс-фестивале лауреаты; “Солнышко” коллективы — “Хор йәйғоро” Респ. хор коллективтары конкурсы (2010, 2012) лауреаты; “Капельки” әҙерлек коллективы — Респ. хор коллективтары конкурсы (2013; бөтәһе лә — Өфө) лауреаты; вокаль ансамблдәр: “Весна” ансамбле — “Елдәр розаһы” (“Роза ветров”, Ағиҙел ҡ., 2009) Бөтә Рәсәй конкурсы, “Талант ҡанаттарында” Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр конкурс-фестивале (2013) лауреаты; “Хохотушки”, “Веснушки” ансамблдәре — Ҡала вокаль ансамблдәр конкурстары лауреаты (2010, 2012; икеһе лә — Өфө); “Цветок курая” башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары фольклор ансамбле — “Праганың ҡышҡы әкиәте” (“Зимняя сказка Праги”, Прага, 2008) Халыҡ-ара балалар ижады фестивале лауреаты; гитарасылар ансамбле, скрипкасылар ансамбле — халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр конкурс-фестивалдәре лауреаттары (Өфө, 2011, 2013, 2014), урыҫ халыҡ музыка ҡоралдары оркестры; хореография коллективтары: “Звёздочки” коллективы —“Сулпылар” Респ. телевизион конкурсы (Өфө, 2010, 2012), Рәсәй балалар сәнғәт мәктәптәре һәм балалар музыка мәктәптәренең хореография бүлектәре фестивале (Мәскәү; 2003, 2004), “Болгарияның дуҫтары” (“Друзья Болгарии”, 2004, 2008) Халыҡ‑ара фестивале лауреаты; “Арабески” коллективы — “Болгарияның дуҫтары” Халыҡ-ара (2007; икеһе лә — Албена ҡ.), Рәсәй балалар сәнғәт мәктәптәре һәм балалар музыка мәктәптәренең хорео‑ графия бүлектәре (Мәскәү; 2003, 2006), ижади коллективтарҙың “Сәнғәт донъяһында” (“В мире искусств”; Сочи ҡ., 2004, 2007) фестивалдәре, “Алтын феникс” (“Золотой феникс”; С.‑Петербург, 2009) халыҡ‑ара конкурсы, “Афарин” Респ. балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары араһында хореография сәнғәте конкурсы (Өфө, 2008) лауреаты; “Формула танца” — “Балтик йондоҙлоғо” (“Балтийское созвездие”; 2010, 2011, Швеция—Финляндия) Халыҡ‑ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады, “Планетаның киләсәге” (“Будущее планеты”; С.‑Петербург, 2009) балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурс-фестивалдәре, “Болгарияның дуҫтары” халыҡ-ара (2012, Албена), “Афарин” Респ. балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары араһында хореография сәнғәте (Өфө, 2008, 2010) конкурстары лауреаты һ.б. Уҡыусыларҙың ижади эштәре “Илһам фәрештәһе” (“Ангел вдохновения”; С.‑Петербург, 2013), “Йән киҫәгем — матур ҡыҙ” (“Душечка — краса девица”; Мәскәү, 2012) Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары була. Ө.с.м. м‑н БР һәм РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре В.Е.Даниловтың (1984—2006 йй. дир.), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Н.В.Казакованың (2007— 14 йй. дир.), В.Н.Пеговтың, И.И.Хисаметдинов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Ө.с.м. 100‑гә яҡын уҡытыусы һәм концертмейстер эшләй, күптәренең маҡтаулы исемдәре бар. Ө.с.м. 3,5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2013), улар араһында М.И.Дәүләтбаев, Ф.X.Камаев, И.Н.Оськина, Э.Р.Симонова, М.Г.Спиридонов, С.М.Тюфяков бар. Мәктәп уҡыусылары араһында халыҡ-ара (151), бөтә Рәсәй (34), төбәк-ара (23), респ. (63) художество, музыка һәм хореография конкурстары һәм фестивалдәре, теоретик олимпиадалар (11; бөтәһе лә — 2005—13) лауреаттары бар. Милли симфоник оркестр, Сәнғәт институты, Сәнғәт училищеһы, БР Мәғариф министрлығының Респ. уҡытыу-методик фәнни үҙәге, Рәссамдар союзы, Рәссамдар ижади союзы, Аксаков фонды, Төбәк-ара Шаляпин үҙәгенең Өфө бүлексәһе һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Нежинская урамындағы мәктәп бинаһы — 20 б. уртаһының архитектура ҡомартҡыһы.

Әҙәб.: Уфимская детская школа искусств. [Уфа, 2007].

О.Я.Старикова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.