ӨФӨ НЕФТЬ ҒИЛМИ-ТИКШЕРЕНЕҮ ИНСТИТУТЫ, 1947 й. “Башнефть” берекмәһенең Үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. (1935 й. асылған) м‑н Өфө нефть эшкәртеү заводының Үҙәк лаб. базаһында ойошторола, 1970 й. “Башнефтепроект” ин‑ты м‑н берләшкәндән һуң “БашНИПИнефть” ин‑ты итеп үҙгәртелә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: нефть ятҡылыҡтарын һәм газ ятҡылыҡтарын эҙләү, разведкалау һәм эшкәртеү өлкәһендә тикшеренеүҙәр; нефтте һәм газ конденсаттарын эшкәртеүҙең комплекслы схемаларын, нефттән кәрәсин, минераль майҙар һәм махсус майҙар алыу технологияһын, ағынты һыуҙарҙы таҙартыу__ ысулдарын эшләү; яғыулыҡтар, майҙар табыу һ.б. Институт составына 4 бүлек, ш. иҫ. нефть эшкәртеү (1956 й. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ итеп үҙгәртелә, ҡара: Нефтехимия эшкәртеү институты) бүлеге, 2 лаб. (1947) ингән. Аспирантура эшләгән. Институт ғалимдары республиканың төньяҡ‑көнбайыш райондарында нефть һәм газ ятҡылыҡтарының перспективалы булыуын нигеҙләүҙә, Арлан нефть ятҡылығын, Серафимовка нефть ятҡылығын, Шкапов нефть ятҡылығын һ.б. асыуҙа һәм баһалауҙа ҡатнаша; Туймазы нефть ятҡылығының стратиграфик-литологик һыҙмаһын (ул Башҡортостан палеозойының стратиграфик һыҙмаһына нигеҙ итеп алына) эшләй; Көнсығыш Европа платформаһының көнсығыш өлөшөндә девонға тиклемге ҡатламдарға литологик-ритмостратиграфик тикшеренеүҙәр үткәрә; бәләкәй диаметрлы тәрән скважиналарҙы быраулау, нефть промыслаларын‑ да нефтте һыуҙан һәм тоҙҙарҙан айырыу, карбонат коллекторҙарын к‑та м‑н эшкәртеү технологияларын уйлап таба; “Уфимец” күсмә быраулау ҡоролмаһын проектлай, скважиналарҙы тәрәндә тикшереү приборҙарын эшләй, каталитик крекинг тәж. ҡоролмаһын үҙләштереү һәм камиллаштырыу процестарын, нефть эшкәртеүҙә катализ ҡулланыуҙы өйрәнә, әкренәйтелгән кокслаштырыу технологияһын, бензиндарҙы, шыйыҡландырылған газдарҙы көкөртлө водородтан һелтеле металдарҙың фосфаттары м‑н әйләнәле таҙартыу процесын һ.б. эшләй. СССР ҒТИ‑лары, нефть эшкәртеү заводтары һәм юғары уҡыу йорттары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир.: М.З.Мәүлитова (1947 й. алып), К.А.Байрак (1956 й. алып), А.М.Жданов (1961 й. алып), Г.А.Бабалян (1964 й. алып). Өфө ҒТИ биналары комплексы (Ленин урамы, 86—98; 1950—52 йй. төҙөлгән) — архитектура ҡомартҡыһы.

Әҙәб.: Вклад учёных БашНИПИнефти в развитие нефтедобывающей промышленности Башкортостана. Уфа, 2002; А л д а ш о в а Е.Н. Роль естественнонаучных учреждений в формировании научного центра в Республике Башкортостан (вторая половина XVIII — первая половина XX в.). В 3 ч. Ч.3. Уфа, 2008.

Е.В.Лозин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.