ӨФӨ МӘКТӘП-ИНТЕРНАТЫ №30. 1902 й. Һаңғырау‑телһеҙҙәр училищеһы булараҡ асыла, 1919 й. алып һаңғырау‑телһеҙ балалар өсөн Өфө хеҙмәт мәктәп‑коммунаһы, 1936 й. — һаңғырау‑телһеҙ балалар өсөн өлкә тулы булмаған урта мәктәбе, 1950 й. — ҡолаҡҡа ҡаты һәм һуң һаңғырауланған балалар өсөн өлкә урта мәктәбе (1955 й. башлап респ.), 1958 й. — ҡолаҡҡа ҡаты һәм һуң һаңғырауланған балалар өсөн Өфө мәктәп‑интернаты, 1962 й. — насар ишеткән балалар өсөн 30‑сы мәктәп‑интернат (2006 й. алып II төрҙәге махсус коррекция), 2015 й. башлап һаңғырау һәм насар ишеткән уҡыусылар өсөн 30‑сы Өфө коррекция мәктәп‑интернаты. Компьютер класы, китапханаһы, интернаты, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, спорт һәм тренажёр залдары, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, уйын бүлмәһе, мед. кабинеттары, кер йыуыу йорто бар. 1950 йй. алып мәктәпте 600‑ҙән ашыу кеше тамамлаған (2013).

Р.Д.Нәғимов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.