ӨФӨ КИҢ ПРОФИЛЛЕ ҺӨНӘР БИРЕҮ КОЛЛЕДЖЫ, 1939 й. майында башҡорт пед. уч‑щеһы булараҡ нигеҙләнә, 1939 й. сент. алып Өфө мәктәпкәсә пед. уч‑щеһы, һуңғараҡ 1‑се пед. уч-щеһы, 1994 й. башлап 1‑се пед. колледжы, 2013 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлексәләрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: мәктәпкәсә белем биреү, соц. педагогика, сит телдәр, адаптив физик культура, ғәмәли информатика һ.б. 5 компьютер класы, 2 тамаша һәм 2 спорт залы, китапханаһы, колледж тарихы музейы, уҡыу оҫтаханалары һәм лаб. бар. Уҡыу йорто м‑н Ф.Х.Мостафина һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 25 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2014), улар араһында Ә.С.Мифтахова, Ә.Ғ.Әбсәләмова. БДУ, БДПУ, Башҡ‑н физик культура ин‑ты, А.И.Герцен ис. Рәсәй пед. ун‑ты (С.‑Петербург) м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Р.С.Үмәрғәлин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.